Балаҡатай районының Үҙәк моделле китапханаһында “Һанлы белем донъяһына” клубы күнекмәләре үтте. Сара "Демография" милли проекты маҡсаттарына ярашлы уҙғарылды. Оло кешеләрҙә ноутбук, планшет йәки смартфон менән эшләү, Интернетта эшләү буйынса белем һәм оҫталыҡ тәрбиәләү – клубтың төп маҡсаты. Улар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе алыу өсөн кәрәк, уларҙың төп өлөшө бөгөн электрон төрҙә бирелә. “Дәүләт хеҙмәттәре: эш алгоритмы”, “Табипҡа яҙылыу” ҡушымтаһында эш” исемле сираттағы дәрестә китапханасылар дәүләт хеҙмәттәрендә иҫәп яҙмаларын нисек булдырырға, ҡулланыусыларҙың шәхси кабинеттарын тергеҙергә өйрәтте. Шулай уҡ мобиль ҡоролмаларға “Табипҡа яҙылыу” ҡушымтаһын ҡуйырға тәҡдим ителде. Сара файҙалы булды, йыйылыусыларҙың барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Клубта ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт менән белем алды, сөнки уларҙың һәр береһенең компьютер грамотаһы серҙәренә төшөнөү өсөн сәбәптәре етерлек. Берәүҙәрҙең – Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү һәм үҙаллы табипҡа яҙылыу, икенселәрҙең