Был юлы Гөлназ Ишемғолованан балыҡ бешереү рецебы. "Үпкәләйбеҙ...Туғандарға, һөйгән йәребеҙгә, күршеләргә йә бөтөнләй таныш булмаған кешеләргә. Сәбәпле лә, сәбәпһеҙ ҙә килеш. Тик бер нәмәне аңлап етмәйбеҙ. Йә аңларға теләмәйбеҙ...Үпкәне ғүмер дауамында йөк итеп һөйрәп йөрөтөп үҙебеҙгә үк зыян яһағанды. Эскә йотолған үпкәнең ауырыу булып тышҡа сыға торған алама холҡо бар бит. Әйҙәгеҙ, бөгөндән был яман ғәҙәттән баш тартайыҡ! Үпкәләп йөрөүҙән, үпкәсел булыуҙан өҫтөн булайыҡ, күңел тыныслығын һаҡларға, мәлендә матур итеп аңлашырға өйрәнәйек. Үпкәләшмәйек! Бер-береңдең күңелен аяп йәшәүгә ни етә?! Бәлки, һеҙҙе үпкәләткән кеше күптән нимә әйткәнен онотҡандыр, һеҙ ҙә үпкәгеҙҙе ҡәҙерләп бәпләп йөрөткәнсе, онотоғоҙ ҙа ҡуйығыҙ! Шулай рәхәт буласаҡ! Ысын әйтәм... Ә хәҙер! Тәмле генә итеп мейестә балыҡ менән йәшелсәләр бешереп алайыҡ. Еп-еңел генә ул. Туңдырғыстан скумбрия балығын күптән сығарып ҡуйҙым, баюҡ ирене, мине көтә). Биш кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, ике һуғанды ярым түңәрәкләп турағас, ту