Найти в Дзене

Аҡ халатлыларыбыҙҙы хөрмәт итәләр

Республика йоғошло сирҙәр дауаханаһы (Стәрлетамаҡ) шәфҡәт туташы-анестезиологы Эльвира Әхмәтова Красный Лучтағы хәрби госпиталдә ике смена эшләгән. Ул 2022 йылдың декабренән 2023 йылдың мартына тиклем медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә яраланған яугирҙәребеҙгә медицина ярҙамы күрһәткән. “Тәүлек әйләнәһенә эшләргә, яугирҙәрҙең яраларын бәйләргә, инъекциялар яһарға тура килде. Ир-егеттәргә ныҡ ярҙам итергә теләнем һәм икенсе сменала ла эшләргә ҡалдым. Быға еңеүҙе яҡынайтасағымды белеүем булышлыҡ итте”, - тип белдергән Эльвира Әхмәтова. Әйткәндәй, урында йәшәүселәр араһында Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре яҡшы абруй менән файҙалана. Ә Эльвира Әхмәтова ҡаһарманлығы һәм һөнәри оҫталығы өсөн Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлаусылар профсоюзының миҙалы менән наградланды. Ошондай наградаға Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы табип-травматологы Павел Камзин да лайыҡ булды. Махсус хәрби операция башланған көндән алып республиканан 132 медицина хеҙмәткәре миҙал менән бүләкләнгән. Күптән түгел Башҡ

Республика йоғошло сирҙәр дауаханаһы (Стәрлетамаҡ) шәфҡәт туташы-анестезиологы Эльвира Әхмәтова Красный Лучтағы хәрби госпиталдә ике смена эшләгән. Ул 2022 йылдың декабренән 2023 йылдың мартына тиклем медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә яраланған яугирҙәребеҙгә медицина ярҙамы күрһәткән. “Тәүлек әйләнәһенә эшләргә, яугирҙәрҙең яраларын бәйләргә, инъекциялар яһарға тура килде. Ир-егеттәргә ныҡ ярҙам итергә теләнем һәм икенсе сменала ла эшләргә ҡалдым. Быға еңеүҙе яҡынайтасағымды белеүем булышлыҡ итте”, - тип белдергән Эльвира Әхмәтова. Әйткәндәй, урында йәшәүселәр араһында Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре яҡшы абруй менән файҙалана. Ә Эльвира Әхмәтова ҡаһарманлығы һәм һөнәри оҫталығы өсөн Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлаусылар профсоюзының миҙалы менән наградланды. Ошондай наградаға Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы табип-травматологы Павел Камзин да лайыҡ булды. Махсус хәрби операция башланған көндән алып республиканан 132 медицина хеҙмәткәре миҙал менән бүләкләнгән. Күптән түгел Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау профсоюзы пленумында 2-се гвардия артиллерия бригадаһы командирының рәхмәт хаттары тапшырылды. Наградаларға Ҡалтасы үҙәк район дауаханаһы, Республика кардиология үҙәге, Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһы һәм башҡа медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды. - Махсус хәрби операция башланғандан алып, ете миллиондан ашыу һумлыҡ 106 гуманитар йөк оҙаттыҡ. Йөҙләгән тонна дарыу, дезинфекциялау саралары, медицина изделиелары ебәрелде. Яралыларҙы эвакуациялау өсөн ашығыс ярҙам автомобилдәре оҙатылды. Ярҙам дауам итә, - тип хәбәр итте Башҡортостан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин. Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк. Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, йыллыҡ түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итәсәк. Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ. Фотолар: Башҡортостан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.