Найти в Дзене

40 егет һалдат ҡайышын таҡты

Башҡортостан йыйылыу (сборный) пунктында 2025 йылғы яҙғы саҡырылышҡа эләккән егеттәрҙе хеҙмәт урынына тәүгә оҙатыу ойошторолдо. 40 ил һаҡсыһы Волгоград һәм Әстрхан өлкәләрендәге ҡоро юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республикабыҙҙың хәрби комиссары Михаил Блажевич, шулай уҡ дини конфессиялар һәм хәрби хеҙмәт ветерандары яҡташтарыбыҙға изге теләктәрен еткерҙе. – Ватанға хеҙмәт итеү – һәр ир-аттың изге бурысы, – тине Ирек Сәғитов. – Әйткәндәй, яҡташ һалдаттарыбыҙ һәр саҡ көслө, батыр һәм тәүәккәл булыуҙары менән бүтәндәрҙән айырылып тора. 12 ай әрме хеҙмәтендә булыу ҡаралған. Уларҙың бөтәһе лә тик Рәсәй территорияһына ғына ебәрелә. Ышанам, башҡортостандар намыҫ менән хеҙмәт итәсәк һәм конституцион бурысын үтәйәсәк. Яҙғы саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә хәтлем дауам итәсәк. Егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылмай. 2024 йылдың 1 ғинуарынан яңылыҡ индерелде – бынан ары 18 йәштән алып 30 йәшкә хәтлемдәр армияға алына. Фо

Башҡортостан йыйылыу (сборный) пунктында 2025 йылғы яҙғы саҡырылышҡа эләккән егеттәрҙе хеҙмәт урынына тәүгә оҙатыу ойошторолдо. 40 ил һаҡсыһы Волгоград һәм Әстрхан өлкәләрендәге ҡоро юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республикабыҙҙың хәрби комиссары Михаил Блажевич, шулай уҡ дини конфессиялар һәм хәрби хеҙмәт ветерандары яҡташтарыбыҙға изге теләктәрен еткерҙе. – Ватанға хеҙмәт итеү – һәр ир-аттың изге бурысы, – тине Ирек Сәғитов. – Әйткәндәй, яҡташ һалдаттарыбыҙ һәр саҡ көслө, батыр һәм тәүәккәл булыуҙары менән бүтәндәрҙән айырылып тора. 12 ай әрме хеҙмәтендә булыу ҡаралған. Уларҙың бөтәһе лә тик Рәсәй территорияһына ғына ебәрелә. Ышанам, башҡортостандар намыҫ менән хеҙмәт итәсәк һәм конституцион бурысын үтәйәсәк. Яҙғы саҡырылыш 1 апрелдән 15 июлгә хәтлем дауам итәсәк. Егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылмай. 2024 йылдың 1 ғинуарынан яңылыҡ индерелде – бынан ары 18 йәштән алып 30 йәшкә хәтлемдәр армияға алына. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.