Шишмә районы үҙәгендә бер нисә ай инде яңы коммуналь техника – фронталь тейәгес, күп функциялы манипулятор һәм башҡалар – эшләгәнен ҡасаба халҡы күреп өлгөрҙө инде. Был ҡорамалдарҙы районға “Башнефть” акционерҙар йәмғиәте (“Роснефть” акционерҙар йәмғиәтенә инә) бүләк итте. “Башнефть” – илебеҙҙең нефть һәм газ сығарыу тармағында иң күптәнге предприятиеларының береһе. Был коллектив һәм уны үҙ составына алған “Роснефть” йәмғиәте ошо компания предприятиелары эшләгән төбәктәрҙә халыҡтың социаль именлеге өсөн комплекслы саралар күрә. Компанияла тормош сифатын яҡшырта барыу һәм ауыл-ҡасабаларҙағы инфраструктураны камиллаштырыу буйынса киң масштаблы программа раҫланған. – Яңы тейәгес менән манипуляторға тейешле тест үткәрҙек, техниканың бөтә өлөштәре лә талап иткәнсә эшләй, улар юғары маневрлы, йыйнаҡ, ҡеүәте ҙур, файҙаланыуҙа универсаль. Манипулятор йөк тейәү һәм бушатыуҙы, төҙөлөш эштәрен байтаҡҡа еңеләйтте, алты тоннанан ашыу күтәрергә һәләтле фронталь йөк тейәгес тә ташыуҙа һәм башҡа эшт