Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хаталарҙы кәметергә ярҙам итер

2025 йылда Башҡортостанда “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында төрлө компанияларҙың 55 хеҙмәткәре “Процесс фабрикаһы”ның дүрт уҡыу майҙансығында белем алған. Был хаҡта төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Республика компетенциялар үҙәгенән (РЦК) хәбәр иттеләр. – “Процесс фабрикаһы” – уникаль уҡыу форматы, ул ҡатнашыусыларға һаҡсыл етештереү теорияһын өйрәнергә генә түгел, ә уны эштә ҡулланырға ла мөмкинлек бирә. Уҡыу тренажерҙары ғәмәлдәге шарттарҙы мөмкин тиклем сағыу сағылдыра: складта логистик операцияларҙан алып офис бурыстарын үтәүгә тиклем. Был белгестәргә алған белемдәрен көндәлек процестарға шунда уҡ индерергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. Өс уҡыу майҙансығында ҡатнашыусылар эш процестарын ҡулайлаштырыу һәм юғалтыуҙарҙы асыҡлау буйынса практик күнекмәләр алған. Дүртенсе майҙансыҡ офис эшмәкәрлеге мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелг

2025 йылда Башҡортостанда “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында төрлө компанияларҙың 55 хеҙмәткәре “Процесс фабрикаһы”ның дүрт уҡыу майҙансығында белем алған. Был хаҡта төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Республика компетенциялар үҙәгенән (РЦК) хәбәр иттеләр. – “Процесс фабрикаһы” – уникаль уҡыу форматы, ул ҡатнашыусыларға һаҡсыл етештереү теорияһын өйрәнергә генә түгел, ә уны эштә ҡулланырға ла мөмкинлек бирә. Уҡыу тренажерҙары ғәмәлдәге шарттарҙы мөмкин тиклем сағыу сағылдыра: складта логистик операцияларҙан алып офис бурыстарын үтәүгә тиклем. Был белгестәргә алған белемдәрен көндәлек процестарға шунда уҡ индерергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. Өс уҡыу майҙансығында ҡатнашыусылар эш процестарын ҡулайлаштырыу һәм юғалтыуҙарҙы асыҡлау буйынса практик күнекмәләр алған. Дүртенсе майҙансыҡ офис эшмәкәрлеге мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә кешеләр документтар әйләнешенә идара итергә, хеҙмәткәрҙәрҙең мотивацияһын күтәрергә һәм документтарҙың килешеү ваҡытын ҡыҫҡартырға өйрәнә. 2025 йылда ҡатнашыусылар араһында шифахана-курорт өлкәһе һәм төҙөлөш тармағы вәкилдәре айырыуса әүҙемлек күрһәткән. – Мәҫәлән, производство фабрикаларында 40 кеше белем алды, хәҙер улар технологик процестарҙа юғалтыуҙарҙы үҙаллы асыҡлай һәм үҫеш нөктәләрен таба ала. Офис фабрикаһында уҡыған тағы 15 хеҙмәткәр эске коммуникацияны һәм документтар әйләнешен ҡулайлаштырыу өсөн белем алды, – тип белдерҙе субъекттың Республика компетенциялар үҙәгенең өлкән етәксеһе Альберт Кәлимуллин. Статистика буйынса, хеҙмәткәрҙәре “Процесс фабрикаһында” уҡыған компаниялар операцияларҙың элеккегә ҡарағанда башҡарыу ваҡыты, хаталар һаны кәмеүен һәм бизнес-процесстарҙың дөйөм һөҙөмтәлелеге артыуын билдәләй. Мәҫәлән, 2023-2024 йылдарҙа персоналды уҡытҡан предприятиелар документтарҙы килешеү ваҡытының 20-30 процентҡа ҡыҫҡартылыуын, шулай уҡ хеҙмәт етештереүсәнлегенең 10-15 процентҡа артыуын билдәләй. “Процесстар фабрикаһында” уҡытыу “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу барышында бушлай үткәрелә. Проектҡа төрлө тармаҡ предприятиелары ҡушыла ала. Бының өсөн етештереүсәнлек.рф сайтында ғариза бирергә йәки Республика кометенциялар үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) маҡсаттары – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса иғтибар бүленә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: pravitelstvorb.ru.