Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Күргәҙмә балаларҙың асыштарына арнала

Иртәгә, 9 апрелдә, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында балалар һәм йәштәрҙең «ТЕХНО-ИЖАД» проект-ҡулланма һәм фәнни-техник ижадының асыҡ күргәҙмәһе үтә. Сара Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторған «Фән һәм техниканың көнүҙәк проблемалары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһына ярашлы ойошторола. Күргәҙмә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығына арнала. «ТЕХНО-ИЖАД» күргәҙмәһе идеяһын республика мәктәптәре, һөнәрселек училищелары һәм колледждар уҡытыусылары хуплап ҡаршы алды. Өфө дәүләт нефть техник университетының ирекмәндәр ойошмаһы сараны ойоштороу буйынса эште үҙ өҫтөнә алды. Күргәҙмәлә мәктәп, лицей һәм гимназия уҡыусылары, Башҡортостан республикаһы ҡала һәм райондарынан урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнашасаҡ. 70-тән ашыу ҡатнашыусы алты йүнәлеш буйынса үҙ асыштарын, эштәрен һәм проекттарын тәҡдим итәсәк. Иң күп эштәрҙе Һәм проекттарҙы Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Бәләбәй һәм Өфө районы ҡатнашыусылары әҙерләгән. Сыға

Иртәгә, 9 апрелдә, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында балалар һәм йәштәрҙең «ТЕХНО-ИЖАД» проект-ҡулланма һәм фәнни-техник ижадының асыҡ күргәҙмәһе үтә. Сара Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторған «Фән һәм техниканың көнүҙәк проблемалары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһына ярашлы ойошторола. Күргәҙмә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығына арнала. «ТЕХНО-ИЖАД» күргәҙмәһе идеяһын республика мәктәптәре, һөнәрселек училищелары һәм колледждар уҡытыусылары хуплап ҡаршы алды. Өфө дәүләт нефть техник университетының ирекмәндәр ойошмаһы сараны ойоштороу буйынса эште үҙ өҫтөнә алды. Күргәҙмәлә мәктәп, лицей һәм гимназия уҡыусылары, Башҡортостан республикаһы ҡала һәм райондарынан урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнашасаҡ. 70-тән ашыу ҡатнашыусы алты йүнәлеш буйынса үҙ асыштарын, эштәрен һәм проекттарын тәҡдим итәсәк. Иң күп эштәрҙе Һәм проекттарҙы Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Бәләбәй һәм Өфө районы ҡатнашыусылары әҙерләгән. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru