Башҡортостандың юл хеҙмәттәре төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге асфальт-бетон япмалы 13 380 километр самаһы автомобиль юлын тикшергән (уларҙың дөйөм оҙонлоғонан 70 проценттан ашыуы). Уларҙа 32 240 етешһеҙлек асыҡланған һәм һанлаштырылған, шуларҙың 12 880 соҡор бөтөрөлгән. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте. Бөтә асыҡланған етешһеҙлектәр юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыуҙың берҙәм системаһына (СКПДИ) индерелә. Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 10 муниципалитетта – Баҡалы, Балтас, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Нуриман, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында, шулай уҡ Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта белгестәр ҡыштан һуң барлыҡҡа килгән зыянды бөтөрә башлаған. Соҡорҙарҙы ремонтлауҙы ойоштороу өсөн республикала 12 асфальт-бетон заводы эшләй башлаған да инде, улар ҡайнар ҡатнашма етештерә. 15 апрелгә тиклем тағы 19 заводты сафҡа индереү планлашт