Найти в Дзене

“Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” эшләй

“Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” – махсус операция сиктәрендә хәрби бурыс үтәгәндә яҡындары һәләк булған Башҡортостан халҡы өсөн клуб ул. Проектты “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте республика йәмәғәт ойошмаһы башлап ебәрҙе. 2024 йылдың майында “Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондынан ярҙам алды, ә 2024 йылдың июленән проектты тулыһынса тормошҡа ашырыу башланды. МХО-ла яҡындарын юғалтҡан 800-ҙән ашыу кешегә психологик ярҙам күрһәтелгән. Ауыр юғалтыу кисергән ғаиләләр йыйылып, аралаша ала. Клубтың осрашыуына монах Киприан, донъялыҡта - Советтар Союзы Геройы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Күҙәтеү советы ағзаһы, Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының рухи остазы Валерий Бурков; яҙыусы Олег Рой; Рәсәй Геройы, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Күҙәтеү советы ағзаһы Алексей Романов, Карине Хәбирова, Ольга Бадма-Халгаева һәм башҡалар килде. “Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” клубы ҡатна

“Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” – махсус операция сиктәрендә хәрби бурыс үтәгәндә яҡындары һәләк булған Башҡортостан халҡы өсөн клуб ул. Проектты “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте республика йәмәғәт ойошмаһы башлап ебәрҙе. 2024 йылдың майында “Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондынан ярҙам алды, ә 2024 йылдың июленән проектты тулыһынса тормошҡа ашырыу башланды. МХО-ла яҡындарын юғалтҡан 800-ҙән ашыу кешегә психологик ярҙам күрһәтелгән. Ауыр юғалтыу кисергән ғаиләләр йыйылып, аралаша ала. Клубтың осрашыуына монах Киприан, донъялыҡта - Советтар Союзы Геройы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Күҙәтеү советы ағзаһы, Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының рухи остазы Валерий Бурков; яҙыусы Олег Рой; Рәсәй Геройы, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Күҙәтеү советы ағзаһы Алексей Романов, Карине Хәбирова, Ольга Бадма-Халгаева һәм башҡалар килде. “Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе” клубы ҡатнашыусылары менән квалификациялы психологтар эшләй. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары өсөн экскурсиялар, белем биреү һәм концерт саралары ойошторола. - Беҙ театрҙарға, күргәҙмәләргә, музейҙарға йөрөйбөҙ. Йыш ҡына төрлө әйберҙәр, биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, - ти “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһенең йәмәғәт проекттары буйынса урынбаҫары Асия Ғиләжева. Осрашыуҙар ваҡытында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм ирекмәндәргә рәхмәт хаттары һәм наградалар тапшырыла. - Беҙҙең бурыс – һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмау, кеше араһына сығарыу. Геройҙарыбыҙҙы ла, патриоттарыбыҙҙы тәрбиәләгән ғаиләләребеҙҙе лә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. "Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе" республиканың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында үткәрелә. Фондтың республика филиалындағы эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548 Фото: ЦУР.