Апрелдә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаттары күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы буйынса сираттағы закон проектын ҡараясаҡ. Һүҙ “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 10-сы статьяһына төҙәтмә индереү тураһында бара. “Закон проекты бәлиғ булмаған һәм инвалид балалар тәрбиәләгән күп балалы ата-әсәләргә эшкә урынлашырға ярҙам итеү маҡсатын ҡуя”, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – “Республикала эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡтар кисергән граждандарға ваҡытлыса хеҙмәт урыны биреүҙе ойоштороу буйынса эш бара. Ә күп балалы ата-әсәләргә ошондай ваҡытлыса эш урындарын тәүге сиратта бирергә тҡдим ителә. Кескәй һәм проблемалы сабыйҙарҙың ата-әсәһенә тулы кимәлдә эшләү һәм карьера үҫеше бик ауыр бирелә, был уларҙың тормош сифатында ла сағыла. Ваҡытлыса хеҙмәт урыны биреү ҙә бындай ғаиләләрҙең хәлен яҡшырта аласаҡ”. Фото: социаль селтәрҙән.