Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был ҡәһәрле ауылда бер мәлгә үҙемдең дә аңым буталды...

Белеүегеҙсә, Шаран районының Өммәт ауылына экстрасенстар нилектән бында кешеләр үҙ-үҙенә ҡул һала, башҡа төрлө аңлайышһыҙ хәлдәр була, эскеселәр арта икәнлеген асыҡларға йыйылғайны. ТНТ-ның ”Экстрасенстар. Көслөләр алышы” программаһында ҡатнашҡан күрәҙәсе Александр Шепс ауылдың ҡасандыр үлгән быуындың энергетик баҫымы аҫтында булыуын белдергән. “Хәтер урынын бысратып, тереләр үҙҙәре үлемгә, космик кимәлдәге энергетик өйрөлтмәккә юл асҡан”, тигән ул. Уның һүҙҙәренсә, үҙе лә бер мәлдә аңы буталып, нимә эшләгәнен белмәйенсә кәртә емергән, аша сығырға маташҡан. Уны тартып алғандар, медиктар ярҙам күрһәткән. Ауыл халҡы әйтеүенсә, бында эскеселәр, үҙ-үҙенә ҡул һалып теге донъяға китеүселәр күп. Ауырлы ҡатындарҙың яралғыһы эстә үк үлеү осраҡтары ла йыш була икән. Кире энергияны ыңғайға көйләп ебәреү буйынса экстрасенстар ритуал үткәргән, ә ауыл халҡы “еңеллек тойҙоҡ” тип белдергән. Нимә булһа ла, хәлдәр яҡшы яҡҡа ғына үҙгәрһен ине...