Система-112 мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенә үткән тәүлектә һыу баҫыу тураһында хәбәр килмәгән. Ә хәүефле осорҙа барыһы 541 мөрәжәғәт алынған. Өфө ҡалаһында һәм Шишмә районында өс хәл контролдә тотола. Тәүлек эсендә бер аҙ һыу күтәрелгән: Өфөлә Ағиҙел йылғаһында 50 сантиметр күтәрелеп 337 сантиметрға еткән, туғайға 600 см сыҡҡан. Дыуан районы Мәтәле ауылында Әй йылғаһында 37 сантиметрға артыу күҙәтелгән, ағымдағы кимәле 350 см, ярға 690 см сыҡҡан. Ишембай ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы 16 сантиметрға күтәрелгән, ағымдағы кимәле 114 см, туғайға 415 см сыҡҡан. Өфөнөң Шакша биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһы тәүлек эсендә 12 сантиметрға күтәрелгән, ағымдағы кимәле 309 см, туғайға 830 см сыҡҡан. Тәүлек эсендә һыу кимәленең төшөүе күҙәтелә: Стәрлетамаҡ районының Отрадовка ауылындағы Стәрле йылғаһында 25 сантиметрға төшкән, ағымдағы кимәле 314 см, ярға 445 см таралған. Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында Һәләүек йылғаһы 20 сантиметрға төшөп, кимәле 101 сантиметр булған, туғайға 300 см сыҡҡан. Йомағужа, Па