Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Варшава һөтөн яратып алалар

Ҡырмыҫҡалы районының Варшавка ауылынан Вәсим Кәримов үҙен ауыл хужалығының төрлө өлкәләрендә һынап ҡараған - иген һәм техник культуралар үҫтергән, ә 2016 йылдан малсылыҡты үҫтереүгә ныҡлап тотонған. Фермерға пландарын тормошҡа ашырырға дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә. Ул конкурста ҡатнашып, ғаилә фермаларын үҫтереүгә грант ота. Алынған аҡсаны ит-һөт йүнәлешен үҫтереү маҡсатында симменталь тоҡомло 45 баш башмаҡ һатып алыуға тотона. Варшава һөтөн һәм итен хәҙер урында ғына түгел, башҡа райондарҙа ла беләләр. Фермер даими рәүештә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә ҡатнаша, шулай уҡ баҙарҙарҙа етештергән тауарын һата. – 2016 йылда республика Ауыл хужалығы министрлығына үҙемдең бизнес-проектын тәҡдим иттем һәм дүрт миллион һум күләмендә грант оттом. Быға район хакимиәте белгестәренең тәжрибәһе лә, туғандарының, яҡындарының ярҙамы ла булышлыҡ итте. Миәкә районында Рәлис Мәхияновтың хужалығынан симменталь тоҡомло башмаҡтар һатып алдым. Башта ит йүнәлешен генә үҫтерергә уйлаһам да, һуңыраҡ һөт йүнәлеше менән дә шөғөлләнә башланым. Шулай итеп варшава һөтө, ҡаймаҡ һәм эремсек барлыҡҡа килде, – тип уртаҡлашты фермер. Вәсим Кәримов 30 йылдан ашыу ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған. Эшмәкәрлеген иген культуралары үҫтереүҙән башлай, артабан сусҡа үрсетә, шәкәр сөгөлдөрө, ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнә. Бөтә йүнәлештәрҙә лә ул яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бөгөн фермер хужалығы техник яҡтан яҡшы йыһазландырылған. Ике МТЗ-82, Т-40, ДТ тракторы, культиватор, сәскес, һабан, урғыс, пресс-йыйыусы кеүек агрегаттары бар. Был уға мал аҙығын кәрәкле күләмдә үҙаллы әҙерләргә мөмкинлек бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаилә фермаһын үҫтереүгә грант крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына һәм шәхси эшҡыуарҙарға 30 миллион һумға тиклем күләмдә бирелә, әммә дәғүәсе проектының йомғаҡлау хаҡының 60 процентынан артмаған күләмендә ҡаралған. 2023 йылда “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 95,2 миллион һум тәшкил иткән. Башҡортостандың 14 ғаилә фермаһы грантҡа лайыҡ булған. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: agriculture.bashkortostan.ru