“Ихатабыҙға Яңы йыл килде!” бәйгеһе еңеүселәре асыҡланды. Был үҙенсәлекле конкурс Әбйәлил районының Амангиле ауылы биләмәһендә ( хакимиәт башлығы – Вадим Абдуллин) үткәрелгәйне. Бүләктәр ҙә үҙенә күрә тос ҡына ине. Гран-при – мунсаға – Рысҡужа ауылынан Л.Н. Ғәйфуллин лайыҡ булды. Уға бүләкте “Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ( етәксеһе – Р.С. Шаһыбалов) әҙерләгән. Һәр ауылдан призлы урын яулағандар аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. 1-се урынға – 5000, 2-се урынға - 3000, 3-сө урынға 2000 һум ҡаралғайны. Призлы урынға лайыҡ булыусылар түбәндәгеләр: 1-се урын (Амангилде) - Даушев И.И. 2-се урын (Амангилде) - Камалов Ф.Х. 3-сө урын (Амангилде) - Лоҡманов Ф.И. 1-се урын (Әбделғәзе) – Кинйәбулатов Р.Р. 2-се урын (Әбделғәзе) - Рәхимов З.Р. 3-сө урын (Әбделғәзе) - Исхаҡов И.А. 1-се урын (Ҡаҙмаш) – Тахаув А.А. 2-се урын.(Ҡаҙмаш) - Дауытова И.М. 3-сө урын (Ҡаҙмаш) – Хәкимов Ф.Ф. 1-се урын (Рысҡужа) – Ҡотләхмәтов А.З. 2-се урын (Рысҡужа) – Хөсәйенов С.Ю. 1-се урын (Үтәгән) – Солтанов Х.Ф. 2-се урын (Үтәгән) – Йәһүҙин А.З. 3-сө урын (Үтәгән) - Заһитов И.З. Ошондай бик матур сараны ойошторған Амангилде ауылы биләмәһе хакимиәтенә, сарала бик ихлас, дәррәү ҡатнашҡандарға “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала. Быйылғы Аждаһа йылы бәхет, именлек, тыныслыҡ, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен, һәр башланғыс-эшегеҙ уң булһын! Фотолар, сығанаҡ: Амангиле ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Вадим Абдуллин.