Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Вуз-ара кампусының Технологиялар трансферы үҙәге декарбонизация технологиялары йәрминкәһен үткәрҙе, унда коммерция компаниялары, яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары, урындағы үҙидара һәм власть органдары, венчур фондтары үҙҙәренең стартап-проекттарын тәҡдим итте. Йәрминкәне ойоштороусы булып Рәсәй экология йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе ярҙамында Өфө дәүләт нефть техник университеты сығыш яһаған. - Экологик проблемаларҙы хәл итеүгә йәштәрҙе йәлеп итеү тотороҡло үҫеште тәьмин итә. Йәштәр киләсәк төҙөй һәм уларҙың әүҙем ҡатнашыуы экология өлкәһендә оҙайлы ваҡытҡа ыңғай үҙгәрештәргә килтереүе мөмкин. Беҙ декарбонизация өлкәһендәге инновацион проекттарға һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй экология йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Светлана Леонтьева. Декарбонизация - Рәсәйҙең стратегик милли проекты. Ил Хөкүмәте 2050 йылға тиклем и