Найти тему
Башҡортостан гәзите

97 йәшлек Николай Лавреновты байрам менән ҡотлайбыҙ!

Николай Лавренов – сығышы менән Иглин районынан. Ул 13 йәшенән хужалыҡ эшенә егелгән, алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәргә әйләнгән. Шул иғтибарға лайыҡ, аслыҡ һәм ауыр һуғыш осоро уның кеүектәрҙе бөкмәгән, киреһенсә, сыныҡтырған. Үҫмер 17 йәшендә Ҡыҙыл Армия сафтарына баҫҡан. Һалдатты Алыҫ Көнсығышҡа ебәргәндәр, ул яҡтарҙа тыныс булмаған бит. Манчжуриялағы хәл-ваҡиғаларҙы яҡташыбыҙ китаптарҙан уҡып ҡына белмәй, ундағы мәхшәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән. Һуғышта төрлө хәлдәргә тарыйһың. Яҡташыбыҙ ҡаты яраланған, контузия алған, бер аҙ госпиталдә дауаланғас, тыуған яҡтарына ҡайтып киткән. Тыныс тормошта колхозда тир түккән, Мәскәү сәнғәт университетын тамамлаған. Бынан ары рәссам-биҙәүсе булған. "Японияны еңгән өсөн", "Хәрби батырлығы өсөн" миҙалдары һәм бүтән наградалар менән бүләкләнгән Николай Лавренов әйтеүенсә, оҙон ғүмерле булыу күп осраҡта шәхсән үҙеңә бәйле. Насар ҡылыҡтарҙан, ҡырын эштәрҙән алыҫ йөрөү, кешеләр менән гармонияла йәшәү, һәм әлбиттә, туғандарың менән йылы мөнәсәбәттә булыу, иң мөһиме, ғаиләңдә бөтәһе лә яҡшы икән, күңелең тыныс буласаҡ, быларҙың барыһы ла оҙаҡ йәшәүгә бер аҙым. Өфө ҡалаһында ғүмер йомғағын һүтеүсе Николай Лавреновты етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ! Тыныс ҡартлыҡ һәм бәхет теләйбеҙ! Фото: Илдар Аҡъюлов.