Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улар үҙҙәре һайлаған!

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеп ҡороу бара. Шуныһы ҡыуаныслы, эштәр республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, Өфөнән алыҫ урынлашҡан бәләкәй ҡалаларҙа ла башҡарыла. Республикала тормошҡа ашырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы бик популяр. Быға дәлил – төҙөкләндереү өсөн биләмәләр һайлауға тауыш биреүҙә республика халҡының юғары әүҙемлеге. Башҡортостанда йәшәүселәр тауыш биреү менән генә сикләнмәй, улар яңы киңлектәр концепцияларын, проекттарҙы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында фекер алышыу йәмғиәттең ысын ихтыяждарына яуап биргән ысынлап та уңайлы мөхиткә эйә булырға мөмкинлек бирә. Шулай Учалы ҡалаһында милли проект сиктәрендә Дан стелаһы янындағы биләмә төҙөкләндерелде. Проектта эштәрҙең төрлө төрҙәре ҡаралғайны, ләкин ҡала халҡы өсөн иң мөһиме – бында Мәңгелек ут барлыҡҡа килде. Йыл һайын урындағы халыҡ рейтинг тауыш биреү юлы менән төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе үҙҙәре һайлай. Уҙған йылдарҙа ҡалала бөтә быуын геройҙары иҫтәлегенә скверҙы, Йәштәр майҙанын, “Йәшмә” кинотеатрынан ҡала быуаһына тиклемге биләмәне, ҡала аллеяһында фонтанды яңырттылар. 2024 йылда Учалыла “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында Ленин урамы буйлап стела биләмәһен төҙөкләндереү дауам итә. Проектта яңы тротуарҙар булдырыу, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу, яҡтылыҡты алмаштырыу ҡаралған. Проекттың маҡсаты – граждандарға ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.