Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һөйгәнен көтөп... олоғайғансы өйләнмәй

Тормошта берәүҙе генә яратып, ҡауыша алмаһалар ҙа ғүмер буйы уны онота алмаған йәрҙәр була. Яҙмам геройы Хәлилдең дә тоғролоғона хайран ҡалырлыҡ. Ваҡиғаны бәйән итеүҙе йәшлек йылдарынан башлайыҡ. ...Колхозсы ғаиләһендә үҫкән ябай ауыл егете ул. Үҫмер сағында тиҫтерҙәре һымаҡ дәртле булманы: клубҡа ла бик йөрөмәне, ҡыҙҙар тип тә янып -көймәне, дуҫ егеттәренең ғашиҡ булғанын да ситтән битараф ҡына күҙәтте. Гөлиә уның йөрәгенә көтмәгәндә килеп инде, хатта үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Мәктәпте тамамлағас, Өфөгә юғары уҡыу йортона инеп, уҡый башлағандың тәүге айҙары ине. Дөйөм ятаҡта бүлмәләре йәнәш булды. Ҡыҙҙарҙың егеттәргә йомошо йыш төшә: нимәлер күтәрешергә, ҡағып бирергә... Гөлиә лә Хәлилдең бүлмәһенә ошо һорау менән килеп керҙе. – Ғәфү ит, таныш егеттәр береһе лә бүлмәләрендә юҡ. Ауылдан бәрәңге ебәргәндәр, шуны мендерешеп кенә бирмәҫһеңме икән? – тигән үтенесен белдерҙе ул. Ауыл егеттәре эштән ҡурҡа торғандарҙан түгел. Хәлил дә Гөлиәнең артынан беренсе ҡатҡа төшөп китте. Картуфтан башҡа бер сумка тәмле күстәнәстәр ҙә бар ине. Ҡыҙ егетте сәйгә саҡырҙы. Шулай башланып китте уларҙың аралашыуы. Хәлил Гөлиәне бер көн күрмәһә, күңеленә нимәлер етмәгән һымаҡ була торғайны. Гөлиә лә уға тартылды. Быға тиклем ҡыҙҙар тип иҫе китмәгән егеттең йөрәген тиҙ яулап алды һылыу ҡыҙ. Уның эргәһендә генә күңеле бөтөн, йөрәге тыныс ине. Башҡа бер ҡыҙҙы ла күрмәне Хәлил. Егет оҙаҡ уйлап торманы, беренсе курс аҙағында ҡыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Тәүҙә егеттең ата-әсәһе менән таныштылар, һуңынан ҡыҙ йәшәгән районға юлландылар. Ләкин был сәфәр уларҙың хыялдарын селпәрәмә килтерҙе. Ата-әсәһе матур ғына ҡабул итһә лә, ҡыҙҙарының кейәүгә сығырға теләү хәбәренә артыҡ шатланманы. –Ҡайҙа ҡабаланаһығыҙ, уҡып бөтөгөҙ тәүҙә, әҙерәк эшләп алығыҙ. Ғаилә ҡороп бала ҡарарға өлгөрөрһөгөҙ әле, – тине ҡәтғи итеп Гөлиәнең әсәһе Әсмә апай. Һуңынан ҡыҙының ҡолағына айырым да ныҡ ҡына киртергә онотманы: –Үҙебеҙҙең ауылда ла уҡыған, ата-әсәһе хәлле, бына тигән егеттәр бар. Бының нимәһенә иҫең китте. Колхозсы балаһынан нимә көтәһең? – тине. Атаһы: “Ҡыҙым, үҙең беләһең”, – тиһә лә, уның һүҙе көсһөҙ генә яңғыраны. Гөлиә менән Хәлил күңелдәре төшөп, кәйефһеҙ килделәр ауылдан. Йәш ҡыҙҙың күңеле һүрелеп, йәне әрнеп йөрөнө. Йөрәге тап ошо егетте һайлағас, нимә эшләһен һуң? Башҡа кешегә көйләп ҡуйырға күңел бит машина түгел! Шулай итеп, тиҙҙән студенттар йәйге каникулға һәр кем үҙенең тыуған яғына таралышты. Гөлиәне егете иғтибарһыҙ ҡалдырманы, көн һайын тиерлек хаттар яуып ҡына торҙо. Ауылдағы эш менән булды Гөлиә. Клубҡа йөрөмәне, Хәлилдең хаттарын уҡып, уларға яуап яҙып, һағыныуын баҫты. Бер көн әсәһененең ҡан баҫымы күтәрелгәс, табип ҡан тамырына тәғәйенләгән уколдарҙы һалырға тип, таныштарының медицина университетының дүртенсе курсында уҡып йөрөгән улына өндәштеләр. Егет тә ихлас ризалашты. Уға беренсенән практика булһа, икенсенән, Гөлиә менән аралашыу бик оҡшай. Ҡыҙҙың әсәһе лә ҡәнәғәт. Буласаҡ кейәүе итеп тап перспективалы стоматолог Айҙарҙы күрҙе ул. –Айҙар, күреп торам, һиңә Гөлиә оҡшай. Мөхәббәтең өсөн көрәшә лә бел. Был йәһәттән миңә таяна алаһың. Әле бер егет менән мауыға ул. Мин ҡыҙымдың алыҫҡа китмәүен һәм бәхетле булыуын теләйем, – тине Әсмә апай. Айҙар тәүҙә ғәжәпләнһә лә, был тәҡдимгә риза булды. Әсмә апай почтальон булып эшләгән класташына: “Гәзит, хаттарҙы почтанан был арала үҙем инеп алырмын, мөһим хат көтәм, почта йәшнигенән юғалып ҡуймаһын тим”, – тип шылтыратты ла Хәлилдең Гөлиәгә яҙған хаттарын йәшерә барҙы. Ә ундағы кире адресҡа Айҙарҙан түбәндәге йөкмәткеле хат осто: “Беҙ Гөлиә менән тиҙҙән өйләнешәбеҙ. Уға хат яҙыуыңды туҡтат. Һин уны бәхетле итә алмаясаҡһың...” Бындай хәбәр алыу Хәлилдең башына һуҡҡандай булды. Аңлатып яҙыуын үтенеп, Гөлиәгә бер туҡтауһыҙ хат яҙһа ла, уларға яуап булманы. Хаттар Әсмә апайҙа тотҡарланып ҡалды. Ә Гөлиә был ваҡытта Хәлилдән хат килмәүенә өҙгөләнде, егетенең онотоуына күңеле әрнене. Хәлил һөйгәненең бындай аҙымына ҡарата үҙенсә ҡарар ҡылды – ситтән тороп уҡыуға күсте лә Себер яғына эшкә сығып китте. Каникул тамамланғас, Гөлиә ашҡыныу менән дөйөм ятаҡҡа барҙы, ләкин тиҙҙән ул Хәлилдең уҡымауын, ситкә сығып китеүен ишетте. Егетенең был аҙымын аңламай, оҙаҡ күңел төшөнкөлөгөндә йөрөнө. “Нимә булды һуң? Ниңә Хәлил бер нәмә лә аңлатманы? Һөйәм, тигән һүҙҙәре лә ялған булып сыҡтымы икән?” тигән уйҙар борсоно уны. Ул арала “мед”та уҡыған ауылдашының хәл белергә килеүе йышайҙы. Яратмаһа ла, уға өйрәнеп, әүрәп китте Гөлиә. Ауылдашын күберәк дуҫы, таянысы итеп күрҙе. Әсәһенең: “Хәстәрле, һәйбәт ир булыр. Рәхәттә йәшәтер” тигән кәңәшен тыңлап, Айҙарҙың тәҡдименә лә риза булды. Туйҙы ҙурҙан ҡубып, ҡиммәтле ресторанда үткәрҙеләр. Тиҙҙән Айҙар үҙ эшен асып ебәрҙе, Гөлиә уға ярҙам итте. Бергәләп башкөллө эшҡыуарлыҡҡа сумдылар. Байҙарса ҙур итеп йорт төҙөнөләр, уны ҡиммәтле йыһаздар менән тултырҙылар, икеһенә ике текә машина булды, ҡайһы илгә теләһәләр, шунда ял итергә йөрөнөләр . Был тормошта бөтә нәмә еңел генә бирелһә лә, донъяның ҡыҙығы ҡалмай икән. Балаларының булмауы арҡаһында тормоштарының мәғәнәһе, йәшәүҙәренең тәме юғалды. Айҙарҙың хәмер менән мауығыуы йышайҙы. Эскән килеш рулгә ултырып, юл ситендәге ағасҡа бәрелеп йәшләй генә был донъянан китеп барҙы. 45 йәшендә шулай япа-яңғыҙ тороп ҡалды Гөлиә. Бушлыҡта ҡалғандай хис итте ул үҙен. Эштән бер аҙ тын алайым тип, ул сираттағы ялын сит илдә түгел, республиканың бер шифаханаһында үткәрергә булды. Тәүге көндө урынлашып, ашханаға төшөп бара ине, өҫтәл янында инвалид креслоһында тәүге мөхәббәте Хәлилдең ултырыуын күрҙе. Көтөлмәгән был күренештән ҡойолоп төштө Гөлиә. Хәлилдең дә ҡарашы уға төбәлде. Гөлиә тиҙ генә үҙен ҡулға алып, һаулыҡ һорашып үтеп китергә көс тапты. Ашауы ашау булманы. Кем менән килгән, ҡатыны менән ял итәләрме, ни өсөн креслола, тигән һорауҙар башынан сыҡманы. Киске аштан һуң ял бүлмәһендә тап итте Хәлилде. Икеһенең дә был осрашыуҙы һағынып көтөүен был юлы йәшерә алманылар. Ҡатын нисәмә йылдар буйы күңеленә тынғылыҡ бирмәгән һорауына яуап алды. –20 йәшлек сағымда йөрәгемә нисек инеп ултырған булһаң, әле лә шунда һин, Гөлиә. Онота алманым, шуға өйләнмәнем. Яратып-яратылып йәшәмәгәс, ғаилә ҡороуҙың да мәғәнәһен күрмәнем Эштә аварияға тарып ошолай инвалид булып ҡалдым. Бындай хәлдә хәҙер бер кемгә лә кәрәгем юҡ. Шулай өйләнмәй ҡартайып барам. Ауылдашыңдың һинең уға кейәүгә сығыуың тураһындағы хаты тормошомдоң аҫтын өҫкә килтерҙе. Үҙең бәхетлеме һуң, Гөлиә? – Хәлил һөйөү тулы ҡарашын ҡатынға төбәне. –Ниндәй хат тураһында һөйләйһең һин? Хаттар бит һинән ҡапыл туҡталды. Ятаҡҡа барһам, ситтән тороп уҡырға күсте тинеләр.Ҡапыл юғалыуыңа һуңлап булһа ла яуапты беләһем килә, – Гөлиәнең ғәжәпләнеүенең сиге булманы. Хәлил бүлмәһенә ҡайтып, сумаҙан кеҫәһенән Айҙарҙың хатын сығарып Гөлиәгә бирҙе. Иренең почергын шунда уҡ таныны ҡатын, хаттың йөкмәткеһен уҡып ғәжәп итте. Барыһы ла асыҡланды. Шулай юҡтан ғына бер-береһен юғалтыуҙарына үкенес тә, һыҙланыу ҙа биләне Гөлиә менән Хәлилдең күңелен. Хәлилдең инвалид булыуы һис тә икеләндермәне Гөлиәне. Яратыуың ысын булһа, бер нимәгә лә ҡарамайһың икән! Иң мөһиме – һөйгәне иҫән-һау һәм ул эргәлә. Өйләнешкәндән һуң ирен сит илгә йөрөтөп, ҡиммәтле операциялар яһатып, аяҡҡа баҫтырҙы ҡатын. Табиптар оло йәштә хәүефле тиһә лә, бала ла тапты. Был бәхетенә үҙе бик оҙаҡ ышанманы. Ҙур зиннәтле йортҡа сабый тауышы менән бергә йәшәү һулышы, ҡот, бәхет, мөхәббәт ҡунды... Автор фотоһы.