Әбйәлил районының Ҡушый ауыл клубы директоры Фәнүзә Дәүләтова хәбәр итеүенсә, ауылда йәшәгән ололарҙың һәр береһенең йортона пар аттарҙа Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу шәхсән барып ҡотлаған. "Тирә-яҡ аҡлыҡҡа һәм сафлыҡҡа төрөнгән мәлдә, һәр кем ниндәйҙер мөғжизә көткән саҡта, ябалаҡлап матур ҡар яуғанда, пар аттарҙа ауылыбыҙҙың ололарын өйҙәренә йөрөп ҡотлап ҡайттыҡ! Яңы йыл байрамы алдынан Ҡыш бабай менән ҡотлау һәр береһенең күңеленә хуш килде. Әлбиттә, ҙур рәхмәт һүҙҙәрен Илнур Асҡаровҡа, Илсур Бикмашевҡа еткерәм. Ололарҙы шатландырып, Яңы йыл байрамы кәйефе бүләк итеүселәрҙең барыһына ла һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар бәхете, эшегеҙҙә уныштар теләйем! Ил-йорттарыбыҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын, балаларыбыҙға бәхетле бала саҡ насип булһын! Ауылдаштарымды етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым! Һаулыҡ, именлек теләйем! Бергә һәм берҙәм булайыҡ!" - тип яҙған ул. Фото: Ҡушый ауыл клубы төркөмөнән.