Найти в Дзене

Юл буйы хеҙмәтләндереүе яҡшыра

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыу төркөмөндә түбәндәгеләр тураһында яҙылды. “Бөгөн районыбыҙҙың билдәле эшҡыуарҙарының береһе Татьяна Гридина тураһында һөйләмәксемен. Быйыл ул бизнесының 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 2000-се йылдар башында үҙенең ҙур булмаған кафеһын асҡайны. Был ваҡыт эсендә ошо бәләкәй генә эш ҙур бизнесҡа – “Триумф” кафеһына әүерелде. Хәҙер юл буйындағы был кафе йәмәғәт туҡланыуы урыны ғына түгел, әлшәйҙәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың, туристарҙың ял итеү урыны ла. Килеүселәргә ял өсөн уңайлы урын. Татьяна Гридина менән даими бәйләнештәбеҙ. Күптән түгел бизнесты киңәйтеү тураһында һөйләштек. Киләсәктә ул электромобилдәр өсөн заправка ҡуймаҡсы. Эшҡыуар, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, финанс ярҙамы институттарына мөрәжәғәт итергә уйлай. Беҙ уға мунициаль программала ла ҡатнашырға тәҡдим иттек. Үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу ниәттәре булғандарҙы Әлшәй районы хакимиәтенә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыу төркөмөндә түбәндәгеләр тураһында яҙылды. “Бөгөн районыбыҙҙың билдәле эшҡыуарҙарының береһе Татьяна Гридина тураһында һөйләмәксемен. Быйыл ул бизнесының 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 2000-се йылдар башында үҙенең ҙур булмаған кафеһын асҡайны. Был ваҡыт эсендә ошо бәләкәй генә эш ҙур бизнесҡа – “Триумф” кафеһына әүерелде. Хәҙер юл буйындағы был кафе йәмәғәт туҡланыуы урыны ғына түгел, әлшәйҙәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың, туристарҙың ял итеү урыны ла. Килеүселәргә ял өсөн уңайлы урын. Татьяна Гридина менән даими бәйләнештәбеҙ. Күптән түгел бизнесты киңәйтеү тураһында һөйләштек. Киләсәктә ул электромобилдәр өсөн заправка ҡуймаҡсы. Эшҡыуар, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, финанс ярҙамы институттарына мөрәжәғәт итергә уйлай. Беҙ уға мунициаль программала ла ҡатнашырға тәҡдим иттек. Үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу ниәттәре булғандарҙы Әлшәй районы хакимиәтенә саҡырабыҙ. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәгә Башҡортостан Республикаһы Инеүвестиция порталында (https://investrb.ru) йәки минең телефон буйынса яҙылырға мөмкин: +7 917 770-88-47. Хөрмәт менән, Светлана Трунова, Әлшәй районы бизнес-шерифы.” Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә иһә Башҡортостанда 2020 йылдан алып юл буйы хеҙмәтләндереүенең үҫеше тураһында хәбәр ителде. Өс йыл эсендә республикала 473 юл буйы объекты төҙөлдө, 519-ы төҙөкләндерелде, тиелә унда. 2024 йыл аҙағына тиклем 450 юл буйы объектын төҙөү һәм тағы 450-ен заманлаштырыу планлаштырылған. Юл буйы хеҙмәтләндереүе тураһында Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән “Сәләм” тапшырыуында тура бәйләнештә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте. Фотолар, сығанаҡ: vk.com/public210946946