Найти в Дзене

“Аҡмулла нәсихәттәре” гөрләп үтте

Башҡорт теле көнөндә Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған төйәге Миәкә районында йыл да үткәрелеп килгән “Аҡмулла нәсихәттәре” республика фольклор байрамы, ә уның барышында “Аҡмулла вариҫы” сәсән-импровизаторҙар конкурсы уҙғарылды. Унда Бөрйән, Әлшәй, Ғафури һәм Миәкәнән 25 ҡатнашыусы булды. Сара хаҡында яҙма менән Республика халыҡ ижады үҙәге уртаҡлашты. Байрам сәсәндәр конкурсы еңеүселәре, Әлшәй һәм Миәкә райондарының фольклор коллективтары, шулай уҡ Миәкә район мәҙәниәт һарайында эшләгән ижади берләшмәләр ҡатнашлығында гала-концерт менән тамамланды. “Аҡмулла вариҫы” еңеүселәренә диплом һәм бүләктәр тапшырылды. Байрам ваҡытында Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы ла тапшырылды. Быйыл уға Миәкә районы тарихын һәм мәҙәниәтен пропагандалауға ҙур өлөш индергәне, сәнғәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Аҡмулла ерендә тыуып үҫкән хөрмәтле шәхес – Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров лайыҡ булды. Фотолар – Миәкә үҙәк

Башҡорт теле көнөндә Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған төйәге Миәкә районында йыл да үткәрелеп килгән “Аҡмулла нәсихәттәре” республика фольклор байрамы, ә уның барышында “Аҡмулла вариҫы” сәсән-импровизаторҙар конкурсы уҙғарылды. Унда Бөрйән, Әлшәй, Ғафури һәм Миәкәнән 25 ҡатнашыусы булды. Сара хаҡында яҙма менән Республика халыҡ ижады үҙәге уртаҡлашты. Байрам сәсәндәр конкурсы еңеүселәре, Әлшәй һәм Миәкә райондарының фольклор коллективтары, шулай уҡ Миәкә район мәҙәниәт һарайында эшләгән ижади берләшмәләр ҡатнашлығында гала-концерт менән тамамланды. “Аҡмулла вариҫы” еңеүселәренә диплом һәм бүләктәр тапшырылды. Байрам ваҡытында Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы ла тапшырылды. Быйыл уға Миәкә районы тарихын һәм мәҙәниәтен пропагандалауға ҙур өлөш индергәне, сәнғәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Аҡмулла ерендә тыуып үҫкән хөрмәтле шәхес – Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров лайыҡ булды. Фотолар – Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайынан.