Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Элвин Грей Ильястың хыялын тормошҡа ашырған

Был хәл популяр йырсының Бүздәктәге концертында була. Райондың һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау бүлегендә уға 6 йәшлек Ильяс Әсәҙуллин исемле малайҙың йырсы менән осрашырға ине, тигән теләге тураһында һөйләйҙәр. Концерт ваҡытында Радик Юлъяҡшин “Ҡыш бабай” йырын башҡарғанда Ильясты сәхнәгә саҡыра һәм бергәләп халыҡ алдында сығыш яһайҙар. Шулай уҡ малайға яратҡан башҡарыусыһынан бүләк тә эләгә. “Бәләкәстәрҙең шатланғанын күреү - иң тәьҫирләндергес тойғо. Бындай матур кисерештәрҙән яңы йырҙар ижад итеүгә илһам алам”, - ти Радик Юлъяҡшин. Фото:Buzdiaknews.ru һәм ok.ru/profile/569327428206