2023 йылдың 14 декабрендә Башҡорт теле көнөндә Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаның тыуыуына 110 йыллыҡ юбилейына арналған Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияла Башҡортостан Республикаһынан һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән, шул иҫәптән Силәбе, Ырымбур, Удмурт республикаларынан дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Ситтән тороп ойоштороу этабына 600 ҡатнашыусының эше килде, шуларҙың 100-ө конференцияның йомғаҡлау этабында сығыш яһаны. Конференция дүрт номинацияла үтте: 1-4-се класс уҡыусыларының инша, шиғырҙары, ҡул эштәре, һүрәттәре, видеоклиптары баһаланды, 5-8-се класс уҡыусылары тикшеренеү эштәре менән сығыш яһаны, 9-11-се класс уҡыусылары үҙҙәренең проекттарын күрһәтте. Уҡытыусылар «Туған телде уҡытыуҙың иң яҡшы методик практикаһы» номинацияһында оҫталыҡ класы форматында иң һөҙөмтәле алымдары менән уртаҡлашты. Гимназия директоры Булат Илшад улы үҙ сығышында билдәле педагог, ғилми хеҙмәттәр авторы исемен мәңгеләштереүҙә бөгөнгө сараның әһ