Аҙна башында коллегабыҙҙы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшинды махсус хәрби операцияға оҙатҡайныҡ, әле иһә “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре Бәйтулла Фәтҡуллин илдең Ҡораллы көстәре сафына баҫып, алғы һыҙыҡҡа юлланырға ҡарар итте. Бәйтулла Фәтҡуллин 30 йылға яҡын журналистика өлкәһендә эшләй: “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия”, “Атайсал” тапшырыуҙарын алып барҙы, сәйәси күҙәтеүсе булды. Бөгөн, 13 декбарҙә, Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев Бәйтулла Фәтҡуллинға "Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем тапшырҙы. Был награда тураһында ҡарар 2 июндә ҡабул ителгән булған, әммә Бәйтулла Шәрифулла улы ҡыҙын кейәүгә биреп, бүләкләү тантанаһында ҡатнаша алмаған. “Коллегабыҙ менән ғорурланабыҙ”, - тип белдерҙе агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев. – Мин, журналист булараҡ, 2022 йылдың июнендә Луганскиҙа булғайным. Гуманитар ылау менән барғайныҡ. Шул ваҡытта уҡ ундағы ваҡиғаларҙы күрҙ