Силәбе өлкәһендә М-5 трассаһында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Фажиғә бер юлы өс кешенең ғүмерен ҡыйҙы, шул иҫәптән Салауат районының Мөрсәлим ауылында йәшәгән 38 йәшлек С. Альберт тигән ир ҙә һәләк булған. Ул идара иткән “Nissan X-Trail” автомобиленә “Лада Веста” килеп бәрелә. Руль артындағы 65 йәшлек ир маневрҙың хәүефһеҙлегенә инанмайынса, алдағы машинаны ҡыуып үтергә уйлап ашыға, үҙе лә, машинаһындағы пассажир ҙа фажиғәгә тарый. Бәрелешкәндән һуң был машина Volvo фураһына барып һуғыла. “Салауат ерендә” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, һәләк булған яҡташыбыҙ әсәһен дауаханаға илтергә тип юлға сыҡҡан булған. Ҡатын да йәрәхәтләнгән һәм Әшә ҡалаһындағы медицина учреждениеһына урынлаштырылған. Ул - реанимация бүлексәһендә. Билдәле булыуынса, Альберттың 5 һәм 7-се класта уҡыусы балалары һәм ҡатыны ҡалған. Яҡындары әйтеүенсә, ир руль артында һәр саҡ уяу, тәртипле йөрөгән, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән. Уның 20 йыллыҡ стажы булған. Бик үкенесле хәл... Водителдәрҙе ҡышҡы һыуыҡта юлда тағы ла һағыраҡ йөрөргә, иғтибарлы булырға, юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Сәфәрегеҙ хәйерле булһын, йорттарығыҙға иҫән-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Фото:Силәбе өлкәһе ЮХХДИ