“Дарыуханала һатып алынған дарыуҙың сифатһыҙ икәнлеген өйгә ҡайтҡас ҡына белдем. Уның өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтарып буламы икән?” – тигән һорау бирҙе бер көн танышым. Дарыуҙы һатып алғанда иғтибарлы булыу мөһим, әлбиттә. Бының өсөн иң тәүҙә тауарҙың сифатын дәлилләгән документ менән танышыу кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ. Дарыухана хеҙмәткәре иһә препараттың ярашлылыҡ тураһындағы декларацияһын йәки сертификатын күрһәтергә тейеш. Шуны хәтер янсығына һалып ҡуйығыҙ: дарыу препараттары ҡайтанына алмаштырып йәки кире ҡайтарып була торған тауарҙар исемлегенә инмәй. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1998 йылдың 19 ғинуарында раҫланған 55-се ҡарарына ярашлы, дарыуханаға сифатлы булмаған ғына дарыу препаратын кире ҡайтарып була. Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, тимәк, һатып алған дарыуығыҙҙы кире ҡайтара алаһығыҙ. Тик был осраҡта норматив документтарҙағы сифат күрһәткестәренә тап килмәгән дарыу препаратын ғына кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар икәнлеге хаҡында оноторға ярамай. Әммә күп кенә осраҡта ҡулланыусылар дарыуҙарҙың сифатлымы-түгелме икәнлеген үҙе генә асыҡлай алмай. Уны аккредитация үткән һәм ошо тармаҡта контроллек иткән эксперт ойошмалар ғына билдәләй ала. Әйткәндәй, 1992 йылдың 7 февралендә ҡабул ителгән 2300-I “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы законда тауар һатып алыу өсөн сарыф ителгән аҡсаны кире ҡайтарыу хаҡында яҙылған. Фото: health.bashkortostan.ru