Милли йолаларыбыҙ тарих сөңгөлдәрендәге үткәндәребеҙҙе сағылдырып ҡына ҡалмай, бөгөнгөбөҙҙө күрһәтеп, киләсәккә ышаныслы юл да яра. Улар араһында һәр тәбиғт миҙгеленә генә хас булғандары ла бар. Мәҫәлән, ҡаҙ өмәһе – тап әлеге ерҙең ап-аҡ ҡарға төрөнгән, көндәр ныҡлап һалҡыная башлағас, уҙғарыла торған йолаларыбыҙҙың береһе. Ул элек-электән матур аралашыу, күңел асыу, хатта үҙеңде күрһәтеү өсөн дә бик матур сара булған. Бигерәк тә йәштәр ҡаҙ өмәһен көтөп алған. Шулай итеп, ауылдаштар бергәләп ҡаҙ һуйыр булған. Өҫтәүенә, ҡаҙ – ул ауыл кешеһенең йәй буйы атҡарған хеҙмәт емеше лә. Йәй буйы ҡош-ҡорт аҫрап, уны хәҙер ауылдаштар менән күмәкләшеп һуйыу, итен эшкәртеү һәм башҡалар – былар барыһы ла үҙ-ара татыулыҡты, берҙәмлекте арттырған. Ошондай матур йолабыҙ Ғафури районының Яугилде ауылында ла үткәрелде. Ул Бурлы ауыл биләмәһенә ҡарай. Тап ошо ауыл “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеүсе тип табылды. Ошо уҡ конкурс сиктәрендә “Ҡаҙ өмәһе” йолаһы ойошторолдо. Ә был сараға яугилдел