Атайым, Ишмырҙин Абдулла Исмәғил улы, 1914 йылда Баймаҡ районының Түбәнге Мәмбәт ауылында тыуған. Биш йәшендә атайһыҙ ҡала. Ҡәрсәйем 1920 йылда Хәйбулла районының Әбделнасир ауылына, Беренсе донъя һуғышынан ҡайтҡан Әхмәткәрим тигән кешегә кейәүгә сыға. Атайым эйәреп кигән бала була. Йот йылы Әбделнасир ауылында халыҡ ныҡ ҡырылды, тип һөйләй торғайны ул. Ас кешеләрҙең үлгәндәрҙе ерләргә хәле етмәй. Ауылдың ҡалҡыу урынында торған мөгәзейгә һалып баралар уларҙы. Ҡыш аҙағына мәйеттәр унда ла һыймай башлағас, ауыл халҡы уларҙы тығыҙлап һалырға ҡарар итә. Атайымдың үгәй атаһы, Әхмәткәрим ҡартатай, уларҙы сығарып, яңынан утын кеүек йышлап һала. Ауыл халҡы килеп ҡарап торған. Шәл бөркәнгән ике әбей, был Әхмәткәрим, һуғышта булғас, ҡурҡмайҙыр инде, тип һөйләшеп торған. Беҙ бәләкәй саҡта Азиянан беҙҙең ауыл ҡыҙы Алтынсәс тигән инәй килеп йөрөй торғайны ауылға. Йот йылында ауылдан-ауылға тәғәм ризыҡ өмөт итеп йөрөгән кешеләр күп булған. Етем ҡалған Алтынсәскә лә һоранып сығып китергә тура килә. Ү