Әбйәлилдәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам итә. Яҡташтарыбыҙ һорауҙары буйынса иң кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, төрлө ҡорамалдар, дарыуҙар һәм башҡалар оҙатыла. Был изге эшкә ғәҙәттәгесә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Улар ылау менән бергә тыуған яҡ сәләмен еткерә, үҙ ҡулдары менән ихлас күңелдән әҙерләгән күстәнәстәрҙең егеттәргә дәрт-көс өҫтәүен теләй. Шулай итеп, бөгөн берҙәмлек, татыулыҡ, бер-береңә ярҙам итеү кеүек төшөнсәләр бик мөһим. Тағы шуныһы: халҡыбыҙҙың битараф булмауы шатландыра, ил өсөн ауыр көндәрҙә ярҙам итеүселәрҙең артыуы һөйөндөрә. Өйҙәренән алыҫ булғандарға ниндәй ҙә булһа иғтибар һәм ихтирам билдәләре шул тиклем мөһим. Бары йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә шул. Күптән түгел әбйәлилдәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар ярҙамды алып барҙы. Ике автомобиль, запчастәр, ике мобиль мунса, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тәғәйен урынға алып барып еткерелде. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр ҙә изге эштән ситтә ҡалмай. Хеҙмәткәрҙәр һәм ата-әсәләр яугирҙәребеҙгә йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек ебәрә. Уҡыусылар иһә йылы йөкмәткеле хаттар яҙа һәм һүрәттәр әҙерләй. Мәҫәлән, Амангилде ауыл биләмәһенә Ҡаҙмаш, Рысҡужа, Үтәгән һәм Әбделғәзе ауылдары ҡарай. – Гуманитар ярҙамды, мунсаларҙы егеттәргә алып барып тапшырҙыҡ. Был сарала Амангилде биләмәһе халҡы бик әүҙем ҡатнашты. Инәйҙәр бергәләшеп ойоҡ-бирсәткәләр бәйләне, ҡурмас ҡыҙҙырҙы һәм башҡа күстәнәстәр – сәксәк, йыуаса, бәлеш, талҡан, май һәм башҡаларҙы әҙерләп оҙатты. Улар тағы яугирҙәребеҙҙе һаҡлау өсөн бетеүҙәр һалып ебәрҙе, – тип белдерҙе Амангилде биләмәһе хакимиәте башлығы Вадим Абдуллин. – Амангилде һәм Ҡаҙмаш мәктәптәре балалары егеттәребеҙгә өсмөйөшлө хаттар яҙып, һүрәттәр төшөрҙө. Халыҡтың әүҙем, берҙәм булыуы ҡыуандырҙы – изге эшкә барыһы ла бик ихлас ҡушылды. Был беренсе гуманитар йөк түгел, киләсәктә лә ярҙам итеүҙе дауам итербеҙ, тип уйлайбыҙ. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Үтәгән ауылы халҡы яугирҙәр өсөн мунса әҙерләй. Унан тыш, “УАЗ” машиналары ла әҙер. Гуманитар ярҙамды әҙерләгәндәрҙең ошондай иғтибары, берҙәмлеге һөҙөмтәһендә изге эштәр атҡарыла. Әбйәлилдәргә хас ихласлыҡ, самимилыҡ һәм тырышлыҡ менән улар атҡара был изге ғәмәлде. Фотолар: Амангилде ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Вадим Абдуллин.