Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәр уға “комбат” тип өндәшә

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан махсус хәрби операция зонаһына оҙатылған “Комбат” позывнойлы хәрби ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте, тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите. Уның позывнойының вазифаһына бер ниндәй ҡыҫылышы юҡ, бары яугирҙәр өс бала атаһын хөрмәтләп, үҙ итеп, шулай атап йөрөтә икән. Бынан бер йыл элек үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгән ир фронтҡа китә. Ялға ҡайтҡас, Марьинка янында яҡташтары менән нисек оборона тотҡандарын һөйләне. “Беҙ тәүге һыҙыҡта уҡ булмаһаҡ та, бында ла снарядтар оса, дрондар килеп етә. Һуңғы ваҡытта хәл бер аҙ еңеләйҙе, алға бара башланыҡ”, – ти “комбат”. -Ҡасан һеҙҙе ҡаршы аласаҡбыҙ? –Тиҙҙән! –Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, дошман пулялары урап үтһен! Һеҙҙе мотлаҡ еңеү менән көтәсәкбеҙ! “Комбат” беҙҙе тыуған яҡҡа, балалары эргәһенә бары еңеү менән ҡайтасағына ышандырып хушлашты. Имен-аман йөрө, һалдат! Фото: “Башинформ”.