Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөтә Рәсәй “Уңайлы мөхит” тоталь тесы" акцияһында ҡатнаш

Был акция Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арнала һәм мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең хоҡуҡтарына иғтибар йүнәлтә. Тәүге көндәрҙән үк акцияға Рәсәйҙең 500 мең кешеһе ҡушылды, ә 200 меңдән ашыу ҡатнашыусы тестың бөтә һорауҙарына ла яуап биреп өлгөрҙө лә инде. Быйыл Тоталь тест һорауҙарын актриса һәм йырсы Анна Семенович, театр һәм кино актеры Юрий Стоянов, Рәсәйҙең халыҡ артисы Диана Гурцкая, Рәсәй футболсыһы, “Локомотив”тың һөжүмсеһе Артем Дзюба, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте рәйесе, РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Терентьев, “АУРА-Тех” ассоциацияһы директоры Иван Бирюков уҡыны. Тестың һәр һорауы мөмкинлектәре сикле кешеләргә ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләренә, аралашыу нормаһына һәм этикаһына, уңайлы мөхит булдырыуға һәм ассистив ҡорамал ҡулланыуға арналғайны. Рәсәй төбәктәрендә урындарҙа власть органдары тарафынан мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе инклюзив һәм уңайлы мөхит өлкәһендә проектты тикшереүгә һәм тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү буйынса меңәрләгән социаль әһәмиәтле сара – йәмғиәт дискуссиялары, форумдар, күргәҙмәләр һәм башҡа ваҡиғалар ойошторолдо. “Бындай акция үткәреү бик кәрәк. Дәүләт инвалидтар өсөн төрлө өлкәлә бик күпте эшләй.Тоталь тестың ысын уңайлы мөхит булдырыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. “Уңайлы мөхит” тоталь тесы сәбәпле инвалидтар буш ваҡыттарын бергә үткәрә, һау кешеләр менән бергә үҫешә”, - тип һөйләне Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, РФ Президенты янындағы инвалидтар эштәре буйынса комиссия ағзаһы, Социаль интеграция үҙәгенең художество етәксеһе Диана Гурцкая. Акция офлайн-форматта үткәрелә, унда Рәсәйҙең һәр кешеһе ҡатнаша ала. Сарала 1 -10 декабрҙә, www.total-test.ru сайтында ҡатнашырға мөмкин. Ойоштороусыһы - “АУРА-Тех” ассоциацияһы. Сара Президент гранты фонды ярҙамында уҙғарыла. Фото: https://disk.yandex.ru/d/84r28p92JXDyvQ