Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостанда иң әүҙемдәрҙең береһе, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Һуңғы йылдарҙа ойошма эше йәнләнә төштө, унда халҡым, телем тип янған кешеләр тупланды. Тел, тарих, эшҡыуарлыҡ, йәштәр, биләмәләр менән эшләү, мәҙәниәт һәм матбуғат, һаулыҡ һаҡлау кеүек һорауҙарҙы үҙ эсенә алған ете комиссия барлыҡҡа килде. Һәр комиссияға ваҡытында ҡала, республика үҫешенә тос өлөш индергән, хеҙмәте менән дан ҡаҙанған замандаштарыбыҙ кураторҙар булараҡ беркетелде. Был үҙгәрештәрҙең башында 2020 йылдан алып башҡарма комитет рәйесе итеп һайланған Роза Бикбова тора. Башҡортостандың мәғариф отличнигы Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова идара итеү өлкәһендә, ғөмүмән, тәжрибәле кеше: ул 3-сө Сибай республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатына 15 йылдан ашыу етәкселек итә. Тәжрибәле педагог, оҫта ойоштороусының тырышлығы менән уҡыу йорто республика кимәлендә алдынғылар исемендә. Уҡыусыларға төплө белем биреүҙә мәктәп директорҙарының роле ифрат ҙур. Етәксе талапсан, яңылыҡҡа ынтылыусан, маҡсатлы икән, уҡыу йортоноң да эшмәкәрлеге юғары кимәлдә була. Сибайҙар уҙғарған күп саралар башҡорт телен популярлаштырыуға, халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, мәҙәниәтен пропагандалауға ҡайтып ҡала. Ҡоролтай ағзалары ҡала, республика, ил кимәлендәге төрлө сараларҙа ҡатнаша, күбеһенең башланғысында тора. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов һәм башҡа атаҡлы шәхестәребеҙҙе данлаған саралар үткәрелә. Этнографик диктант, Милли кейем көнө кеүек сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам ебәреү булһынмы йәки япма селтәр үреүме – ойошма ағзалары эште дәррәү башҡара. Быйыл мартта Силәбе башҡорт йәштәре союзы, Башҡортостандың драматургия һәм режиссура үҙәге менән берлектә “Осҡон” башҡорт видеолары фестиваль-конкурсын уҙғарҙы. Сибай ҡалаһында үткән сара башҡорт видеоһын үҫтереүҙе, башҡорт телен пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған. 15 йыллыҡ тарихы булған конкурсҡа 60-тан ашыу эш, шул иҫәптән Төркиә, Ҡаҙағстан кеүек илдәрҙән дә ебәреүселәр булған. Проекттың Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булыуы ла ҡыуаныслы. Киләсәктә башҡорт телендә видеоконтенттар булдырылып, ошо бушлыҡ сифатлы яҙмалар менән тултырылыр, тигән ышаныстабыҙ. Эшҡыуарлыҡ комиссияһы ла уңышлы эшләй. Быйыл ҡалала тәүге тапҡыр бизнес-ҡоролтай ойошторолдо. Ҡала хакимиәте етәкселәре, эшҡыуарҙар берлеге, ғалимдар, уҡытыусылар, студенттар ҡатнашҡан сарала эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы, территориаль брендинг, йәғни урында уңышлы эшләп килгән эшҡыуарҙарҙың тәжрибәһе һәм үҫеш преспективалары, бизнес-мөхиттә кооперацияға берләшеү мәсьәләләре, халыҡтың грамоталылығын арттырыу хаҡында фекерҙәр яңғыраны. Урал аръяғында инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу, эшҡыуарлыҡ үҫеше, хәүефһеҙлек, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән программалар һәм ярҙам төрҙәре хаҡында ла мәғлүмәттәр еткерелгән. Милли юҫыҡта эшҡыуарлыҡ йәйелдергән Гөлназ Азатова, Денис Өмөтбаев, Илшат Хәсәновтың сығыштары йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һуңғы бер-ике йыл эсендә Сибайҙағы урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашыуҙар ойошторолған. Мәҫәлән, педагогия колледжында «Башҡортостандың киләсәге – йәштәр ҡулында» исеме аҫтында үткән сараның маҡсаты йәштәрҙә милли рух уятыу, патриотик тойғо тәрбиәләү булып торҙо. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә йәштәр проблемалары, тыуған ер, тарих, туған тел мәсьәләләре күтәрелгән. Йәштәр тигәндәй, Сибай башҡорттары ҡоролтайы һуңғы йылдарҙа йәштәр менән тулыланды. Был иһә ойошмаға заманса һулыш бирә. Дөйөм алғанда, ҡоролтайҙың һәр комиссияһы әүҙем эшләй. Уҙған уҡыу йылында ҡоролтай ағзалары мәктәптәрҙәге, балалар баҡсаларындағы ата-әсәләр йыйылыштарында ҡатнашҡан, хатта, атайҙар менән айырым йыйылыш үткәрелеп, бындай ҡорҙарҙың ихтыяжы көнүҙәк булыуы билдәләнгән. Ҡаланың тарих һәм тыуған өйрәнеү музейы менән берлектәр үткәрелгән “Тәмле” конкурс-күргәҙмәһе лә халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда башҡорт халҡының милли аҙыҡтарынан тыш, башҡа милләттең ризыҡтары ла урын алғайны. Һөт ризығына, хәләл иткә, милли аш-һыуға өҫтөнлөк бирелгәйне. Күптән түгел ҡала музейында уҙған “Ҡурсаҡ” конкурс-күргәҙмәһе лә башҡорт милли кейемен пропагандалауға үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы. Башҡарма комитеты етәкселеге хәстәре менән урындағы хакимиәт бинаһынан бүлмә лә юлланған, көн һайын комиссия ағзалары тарафынан дежур итеү итеү ойошторолған. Төрлө һорауҙар менән милләттәштәребеҙ генә түгел, башҡа милләт кешеләре лә мөрәжәғәт итеүе мәғлүм. Уларҙың үтенесен хәл итеү юлдары барлана, төрлө инстанцияларға хаттар яҙыла. Шулай итеп, Сибай башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен һәм әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп алып, алға атлай. Ул ғына түгел, үҫеп килеүсе быуынды милли рух тәрбиәләүгә йәлеп итә, йәмғиәт алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Д. Рәшитов. Фотолар геройҙың шәхси архивынан.