Тыныс тормошта ла батырлыҡҡа тиң изгелектәр ҡылырға мөмкин. Мәҫәлән, Төйәләҫ ауылы фермеры Азамат Мәхмүтовтың изге ғәмәле күптәргә өлгө булырлыҡ. Эшҡыуар ауылындағы ирҙәре, яҡындары махсус хәрби операция биләмәһендә булған 17 ғаиләгә бишәр тоҡ бойҙай биргән. Сибай ҡалаһының “Степная”яуаплылығы сикләнгән хужалығы етәксеһе Азамат Мәхмүтов әйтеүенсә, быйыл 1000 гектар майҙанда иген культуралары үҫтергән, бойҙай, арпа, һоло һәм етен сәскән. Уңыш ярайһы яҡшы булған, әммә урып-йыйыуҙа һуңғы ямғырҙарҙың туҡтамай яуыуы бер аҙ тотҡарлыҡ килтергән. Шулай ҙа фермер көҙгө уңышты йыйып алыуға ирешкән. Азамат Фәтих улы үҫемлекселек менән генә шөғөлләнмәй, фермерҙың 100-гә яҡын йылҡылары ла бар. Быйыл тәүге тапҡыр ҡымыҙ етештергән, киләсәктә был эште дауам итергә уйлай. Төйәләҫ фермерының изге эше күптәргә өлгө булып тора. МХО-ла булған ауылдаштарының ғаиләләре был ярҙамға бик ныҡ шатланған, сөнки ауылда күбеһе мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Фото: Азамат Мәхмүтов.