Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҙур сараның асыҡ өлөшө тамам

Был донъя кимәлендәге форумдың төп темаһы булып “Иртәгә һуңға. Юғары белгестәр йәмғиәте күҙҙалауы” тора. Сарала ҡатнашыусылар, ысынлап та, киләсәктә ниндәй ысынбарлыҡтар көтәсәген билдәләй алды. Форумдың асыҡ тип аталған өлөшөндә йәмғеһе 6300-ҙән ашыу кеше ҡатнашы, шул иҫәптән Һиндостан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Иран, Тажикстан, Белорусия, Ҡытай, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Монголия, Мысыр, Венесуэла, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сербия, Пакистан, Болгария, Индонезия, Куба илдәренән дә вәкилдәр бар. 23 дәүләттән килгән сит ил ҡунаҡтары йәмғеһе 550 кеше. Хәйер, форумдың геогрфик киңлеге генә түгел, эстәлеге лә ҙур иғтибарға лайыҡ: мәҫәлән, өс көн эсендә 400 спикер ҡатнашлығында барлығы илленән ашыу сара ойошторолдо, бихисап эшлекле һәм инвестиция йәлеп итерлек, эш урындары булдырырлыҡ килешеүҙәр төҙөлдө. Улар хаҡында артабанғы яҙмаларҙа уҡый алаһығыҙ.