Төрлө телдәрҙә төрлөсә яңғыраһа ла, һәр кем өсөн “әсәй” донъялағы иң изге, иң ҡәҙерле һүҙ һәм иң яҡын, иң яғымлы гүзәл зат булып ҡала. Шуға ла улар менән донъя йәмле, йәшәүебеҙ мәғәнәле. Иртәгә, 26 ноябрҙә, Әсә көнө билдәләнә. Әсәй – ул һәр кемдең тормошондағы беренсе уҡытыусы һәм беренсе остаз, тип әйтергә мөмкиндер. Ул ҡыҙын йәки улын тормошто яратырға, ғәфү итергә, аңларға, көслө, яуаплы, тырыш, маҡсатлы булырға өйрәтә. Әсәй – ул быуын сылбырҙарын бәйләп тороусы, өй усағын һаҡлаусы, ғаилә именлеген тәьмин итеүсе гүзәл зат. Ул булғанда өй ҙә йәмле, күркәм! Тағы Рәсәйҙәге һәр граждан өсөн Тыуған ил-Әсә тигән төшөнсә бар. Рәсәй менән халыҡтың бәйләнеше, ғаиләләге әсәйҙең балаларыныҡы кеүек, ныҡлы һәм ышаныслы. Әсә көнөнә арналған, 13 ноябрҙән алып “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған "Донъябыҙ йәмле әсәйҙәр менән!" тип исемләнгән конкурста ихлас ҡатнашҡан әсәйҙәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Беренсе урынды Учалы районы Кәр