Башҡортостан Республикаһының Шаран ауылында 2-се урта мәктәп янындағы парк зонаһы территорияһын төҙөкләндереү тамамланды. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса биләмәне яҡшырттылар, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Парк төҙөлөшөнөң беренсе этабына быйыл март айында старт бирелгән. Бында йәйәүлеләр өсөн юл һалынған һәм эскәмйәләр ҡуйылған. Паркта балалар майҙансығы барлыҡҡа килде, уйындар зонаһында йомшаҡ резина япма һалынған. Эшселәр ут үткәргән, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйған. Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәр өсөн 27 урынлыҡ автотуҡталҡа ҡаралған. Парк зонаһын төҙөкләндереү киләһе йылда ла дауам итәсәк. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы ҡалаларҙы төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе - йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: sharanpro.ru