20 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби бурыстарын үтәгәндә яраланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашты. Көн үҙәгендәге һорау – хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙы реабилитациялау һәм уларҙы төбәктең йәмәғәт тормошона йәлеп итеү. - Беҙгә МХО-ла ҡатнашыусыларға, унда яраланғандарға ярҙам итеү системаһының нисек эшләүен аңлау мөһим. Ниндәй ярҙам кәрәклеген, ниндәй саралар һөҙөмтәлерәк булыуын, ҡайһыларын эшләп бөтөргә икәнлеген аңлау кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә, дөйөм алғанда, 30 төрлө ярҙам сараһы үҫешкән. Уларҙың үтәлешенә беҙ ҙур сумма бүләбеҙ. Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин инициативаһы буйынса, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының филиалын булдырҙыҡ. Уның ярҙам үҙәктәре Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Нефтекамала эшләй. Төбәк етәксеһе республика бөтә яҡташ яугирҙәрҙе, уларҙың ата-әсәләрен, яҡындарын хәстәрләйәсәген белдерҙе. Осрашыуҙа “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина МХО
Радий Хәбиров хәрби хәрәкәттәр барышында яраланған яугирҙәр менән осрашты
20 ноября 202320 ноя 2023
1 мин