“Смартека” тотороҡло үҫеш ғәмәлдәре буйынса платформа Башҡортостанда капиталь төҙөлөш объекттарын тикшереүҙе иҫәпкә алып барған онлайн-калькуляторҙы уңышлы ҡулланыуҙарын билдәләне. Был калькулятор INVESTRB.RU. инвестиция порталында урынлашҡан, уның менән быйылғы туғыҙ айҙа төҙөлөш тармағының 30 ойошмаһы файҙаланған икән. “Контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге үҫешенең бөгөнгө этабында һанлы сервистар индереү һәм файҙаланыу бик әһәмиәтле, улар ҡала төҙөлөшө субъекттарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеген һиҙелерлек яҡшырта”, – ти Башҡортостандың баш дәүләт торлаҡ инспекторы Артур Дәүләтшин. Был алымдың эш рәүеше шундай: һәр объекттар категорияһы өсөн үлсәмдәр билдәләнә, артабан улар төҙөлөштө тәьмин итергә тейешле архитектура, функциональ-технология, конструкция һәм инженер-техник ысулдарға бүленә. Бында шулай уҡ капиталь төҙөлөш объекттарын реконструкциялау, төҙөү ваҡытын үтәлеше лә иҫәпкә плына. “Башҡортостандың инвестпорталы төбәк эсендә булдырылған сервистар менән дә, башҡа субъекттарҙан оҡшатып алын