Өфөләге ҡот осҡос авария туйға әҙерлек менән тамамлана
Сентябрҙә аварияға сәбәпсе булған егет ике айҙан һуң фажиғәлә зыян күргән 19 йәшлек ҡыҙға тәҡдим яһай. Наҙгөл Ғәйфуллина репортаж геройҙары менән осрашты.Бындай осраҡтан һуң уларҙың ҡулға-ҡул тотоноп тәүге уртаҡ фатирҙарына инерен, никахлашып бергә булырҙарына бер кем дә ышанмаҫ ине. 13 сентябрь. Сәғәт төнгө 11. Илназ ВАЗ 2114 автомобилендә Сипайловская урамынан Баязит Бикбай урамына борола һәм ҡаршыяҡтан килгән автомобилгә бәрелә.Автомобиль эсендә биш ҡыҙ була. Улар араһында 19 йәшлек Әҙилә. Ҡыҙ баш яраһы менән дауаханаға оҙатыла. Әҙилә дауаханаға эләккәндән һуң ,Илназ хәстәрлек һәм иғтибар күрһәтеп кенә ҡалмай, ә уның дауаланыуға киткән сығымдарын да ҡаплай. Ә иң ҡыҙығы – уларҙың тәүге шылтыратып һөйләшеүҙәре.Илназ дауаханаға килеп Әҙиләне тыуған көнө менән ҡотлай, аҙаҡ көн дә күстәнәстәр ташый. Ҡыҙ менән егет бер-береһенә ғашиҡ була. Күп тә үтмәй йәштәрҙең никах туйы үтә.Әлеге ваҡытта йәш пар фатир һатып алып, ремонт эшләй башлаған. Бер йыл-йыл ярымдан туй үткәреп, бәпестәр үҫтерергә хыяллана улар. Бындай хәлдәр кинола ғына бар кеүек. Һәр кем парын үҙенсә таба. Нисек кенә булмаһын, бер-беребеҙгә иғтибарлы блайыҡ.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».