Найти в Дзене
Башкортостан 24

Илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эште яҡшы ойошторған өсөн гранттар

   Илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эште яҡшы ойошторған өсөн гранттар
Илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эште яҡшы ойошторған өсөн гранттар

Илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эште яҡшы ойошторған өсөн гранттар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдан республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эште яҡшы ойошторған өсөн гранттар булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.Документҡа ярашлы, һәр уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 500-шәр мең һумлыҡ 10 грант бүленергә тейеш. Уларҙың хужалары республиканың мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған конкурс нигеҙендә һайлап алына. 2023 йылда Башҡортостанда патриотик тәрбиә биреү тураһында закон ҡабул ителгәйне. Бынан тыш, Мәғариф һәм фән министрлығы 2027 йылға тиклем илһөйәрлек тәрбиәһе республика программаһы проектын әҙерләне. Патриотик эш буйынса муниципаль координаторҙар институты эшләй, улар был эште эҙмә-эҙлекле рәүештә алып бара.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».