Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сочиҙан Гран-при менән

Виктор Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Сочиҙа “Сәнғәт донъяһында” ХХIV халыҡ-ара ижади коллективтар фестиваленән ҡайтты. Улар "Халыҡ бейеүе" номинацияһында Гран-при һәм "Стилләштерелгән халыҡ бейеүе" номинацияһында I дәрәжә лауреат дипломдарына лайыҡ булған. “Ҡояшлы Сочиҙа һауа торошо һәр ваҡыт матур, әммә быйыл ул айырыуса эҫе һәм беҙ, әйтерһең дә, бер аҙнаға ғына булһа ла йәйгә ҡайттыҡ. Был сәфәребеҙҙә барыһы ла килеп сыҡты: барған ҡалабыҙ ҙа, һауа торошо ла, ойошма ла, күренекле жюриҙар ҙа, коллективтар ҙа, сәйәхәт тә – барыһы ла юғары кимәлдә булды. Малайҙар бик тырышты. Бөтә командабыҙға һәм ошо матур сара өсөн ойоштороусыларға рәхмәтебеҙ ҙур”, – тип уртаҡлаштылар Балалар сәнғәт мәктәбенән. Фотолар: Виктор Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең матбуғат хеҙмәтенән.