Быйылғы йылда һауа торошо ғәжәпләндереүен дауам итә. Ноябрь айы быға тиклем булмағанса йылы килде. Айҙың уртаһы етһә лә, әле һаман ҡар ятмай. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне: баш ҡалала алмағастар сәскә атҡан. Ҡала кешеләре Аксаков аллеяһында был күренешкә тап булған. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителеүенсә, Өфөлә ағастар бөрөләнә башлаған. Ғәжәп һәм матур күренеш һоҡландыра, әлбиттә, әммә, белгестәр әйтеүенсә, көҙөн ағастарҙың сәскә атыуы бик шәп түгел. Яҙын ағас кире сәскә атһа ла, ноябрҙәгеләре сәскәгә тумалмаясаҡ. Һәр нәмә үҙ ваҡытында матур. Көҙөн-ҡышын ҡар ятһын, яҙын тирә-яҡ сәскәгә күмелһен ине. Фото: видеонан скрин-шот.