Быйыл айыуҙар йылы булған кеүек, сөнки социаль селтәрҙәр тайыштабандарҙың юлға сығыуҙары, баҡсаға килеүҙәре, ауыл буйлап йөрөүҙәре, хатта Өфө урамдарында йөрөүҙәре тураһындағы видеояҙмалар менән тулды. Яңыраҡ айыуҙың Илеш районында, Башҡортостан һәм Татарстан сигендә, ваҡытлыса туҡтаған “КамАЗ” йөк автомобиленә менеп, урлашып йөрөүе тураһында видеояҙма таралды. Тайыштабан яҡында туҡтаған машиналарға ла, тауышланған кешеләргә лә иғтибар итмәй, ҡурҡмай, эй ҡаҙына, ә водитель уның эшен тамамлағанын көтөп йөрөй. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тип әйтеүҙәре лә дөрөҫ. Айыу ас, ҡышты сығырға май йыйырға кәрәк, ә урманда быйыл емеш-еләк юҡ. Әле лә тынысланырға иртә, урман хужалары ҡышҡы йоҡоға талмаған, аҙыҡ эҙләүҙәрен дауам итә. Шуға ла урманда һаҡ булырға кәрәк, йыртҡыс йыртҡыс булып ҡала инде ул. Фото: скриншот. Видеояҙма сығанағы: Артур Идельбаев (vk.com)