Яҡшы күреү өсөн барыһынан да элек А витамины бик мөһим. Ул етешмәгәндә күҙҙәр һүрән яҡтылыҡҡа күнегеп китә алмай, ә һары һәм зәңгәр төҫтәрҙе насар айыра. А витамины кишерҙә, япраҡлы йәшелсәлә, помидорҙа, балыҡ майында етерлек тупланған. Мөһимлеге буйынса икенсе урында В төркөмө витаминдары – тиамин, рибофлавин, пиридоксин тора. Улар күреү өсөн яуаплы баш мейеһе үҙәктәренә һәм күҙҙең селтәрле ҡабығы составындағы нервы күҙәнәктәренә тәьҫир итә. В төркөмө витаминдары сәтләүек, еләк-емеш, бөртөклөләр, бауыр һәм балыҡта күп. С витамины күҙҙәр хәрәкәтләнеүенә һәм күҙ яҫмығы торошон үҙгәртеүгә идара итеүсе мускулдарға кәрәк. Был витаминға ҡытлыҡ күҙ үткерлеген кәметә лә инде. Гөлйемеш, ҡарағат, алма, цитрус емештәре, һуған, шпинат – тап ошо витамин хазинаһы. Калий микроэлементының мөһимлеген дә оноторға ярамай. Ул күҙҙең ҡан тамырҙарын кислород менән байытыуҙа ҡатнаша. Калий картуфта (айырыуса ҡыҙҙырылған картуфта), банан, күрәгә, бал, тәбиғи алма уксусы һәм рафинацияланмаған үҫемлек майында