Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә Альбанов скверы асылды

Баш ҡалала легендар яҡташыбыҙ, Арктиканы өйрәнеүсе Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы янында уның хөрмәтенә сквер асылды. Уны “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы ярҙамында булдырҙылар. Яңы йәмәғәт киңлегенең майҙаны 900 квадрат метр тәшкил итә. Был ял итеү өсөн эскәмйәләре булған уңайлы йәйәү йөрөү зонаһы. Бында таш плитәнән тротуар һалынған, асфальт түшәлгән, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған һәм заманса урамды яҡтыртыу системалары урынлаштырылған. Скверҙы асыу тантанаһы барышында Свердлов урамы буйлап Ҡотопсолар аллеяһы ултыртылды. Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы Өфөлә 2021 йылда асылды. Ул архитектура ҡомартҡыһы – Свердлов урамындағы сауҙагәрҙәр Соловьевтар йортонда урынлашҡан. Шул уҡ йылдың ноябрендә Валериан Альбановтың хәтерен бронзала мәңгеләштерҙеләр – ҡасандыр ул йәшәгән Аксаков урамындағы 7-се йорттоң аркаһында уға барельеф ҡуйылды. Авторы - скульптор һәм Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, яңы сквер баш ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнер. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.