Найти тему
Башҡортостан гәзите

Биш йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған...

Ташҡын ауылындағы (Нефтекама) мәктәптең VII классы уҡыусыһы Ярослав Юламанов Чеверев урамынан йыраҡ булмаған күлдә батып барған биш йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған. Был хәл 19 сентябрҙә теркәлгән, тип хәбәр итә “Красное знамя” гәзите. Был көндө малай дуҫтары менән булған. Ярослав артына боролоп ҡараған да күлдә батып барған баланың шапкаһын абайлап ҡалған. Һуңғараҡ бәләкәй ҡыҙҙың батып барыуын күргән һәм, оҙаҡ уйлап тормай, ҡотҡарырға ашыҡҡан. Ул баланы ярға тиклем алып барған һәм артабан дуҫы менән өйөнә алып барып ҡуйғандар. Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай әхирәте менән батҡаҡ урында таяҡ менән төрткөләп ҡарап йөрөгән һәм аяныслы хәлгә тарыған. Был хәлдән һуң биш йәшлек бәләкәстең ата-әсәһе малайға аҡсалата бүләк биргән, һуңғараҡ малайҙың ҡаһарманлығы тураһында тотош биҫтә халҡы хәбәрҙар булған. Ә малайҙың ата-әсәһе ошондай ул тәрбиәләгәндәре менән хаҡлы ғорурлана. “Өлгөрмәҫмен тип кенә ҡурҡтым. Бер ваҡыт был батҡаҡлы урында трактор бата яҙғанды бәләкәй балаға күп тә кәрәкмәҫ ине”, - тип белдергән Ярослав. Егеттең киләсәктә программист булғыһы килә икән, шуға математика һәм информатика менән ҡыҙыҡһына. Бынан тыш, ҡаяға үрмәләү менән мауыға, ашығыс ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен өйрәнә, көнкүреш техникаһын ремонтлау менән мауыға. Ә беҙ Ярославтың барлыҡ уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Фото, сығанаҡ: “Красное знамя” баҫмаһы.