Кисә Сибай ҡалаһында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Полиция капитаны автомобиле менән туҡталышҡа килеп бәрелгән. "batash" каналы хәбәр итеүенсә, фажиғә булған көндә "Nissan X-Trail" автомобиле руле артында полиция капитаны үҙе ултырған. Сәләмәтлеге буйынса хеҙмәткәр көҙ башынан эшенән киткән. Ул юл ситендәге кирбестән төҙөлгән туҡталышҡа килеп бәрелгән. Тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" табиптары дауаханаға оҙатҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уны ҡотҡара алмағандар. Ул бер сәғәт эсендә, иҫенә килә алмай йән биргән. Ваҡиға буйынса тикшереү бара, авария осраҡтары өйрәнелә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, бигерәк тә көндәр йылыта йәиһә һыуытҡан, ҡар, ҡылау, ямғыр яуған осраҡта водителдәрҙән уяулыҡ талап ителә. Фото: "batash" каналы