"Тау саңғыһы курорттары, күңел асыу парктары һәм аквапарктар льготалы кредитлау программаһына индерелгән"
Рәсәй Хөкүмәте ташламалы кредитлау программаһына эре тау саңғыһы курорттары, күңел асыу һәм аквапарктар инфраструктураһын төҙөүҙе индерҙе, тип хәбәр иттеләр РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Тейешле ҡарарға Премьер-министр ҡул ҡуйған. Шулай итеп, властар эске һәм ситтән килеүсе туризмды үҫтерергә ниәтләй.
Программаға ярашлы, инвесторҙар йыл әйләнәһенә күңел асыу парктарын, аквапарктарҙы һәм тау саңғыһы курорттарының инфраструктураһын төҙөүгә йәки реконструкциялауға льготалы кредиттар ала аласаҡ. Шарттарға ярашлы, парктар йылына 1 миллион кешегә, ә тау саңғыһы курорттары йылына 450 мең кешегә иҫәпләнгән булырға тейеш. Был күрһәткестәргә объектты файҙаланыуға тапшырғандан һуң ике йылдан һуң өлгәшергә кәрәк.
Синдикацияланған кредит алыу мөмкинлеге (бер нисә банкта займ) һәм бындай займды өлөшләтә ҡаплау өсөн бюджеттан субсидия бүлеү ҡарала. Был йөкләмәне кәметергә һәм вәкәләтле банктар араһында бүлешергә мөмкинлек бирәсәк.
Республикала "Морат" тау саңғыһы курортын үҫтереү буйынса инвестиция проекты әҙерләнә, уның иҫәпләнгән хаҡы 8 миллиард һумға етә.