Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ә һеҙ һаман Рәсәй почтаһына зарланаһығыҙмы?

Былтыр ошо мәлдә Рәсәйҙең Ҡытайҙағы Сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле булып эш башлаған Флүр Әсәҙуллин Ҡытайҙағы тормошо тураһында социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында йыш яҙа. Нимә генә тимә, Ҡытайҙа башҡорт булыуы рәхәт түгел. Был юлы ул Ҡытай почтаһының эше тураһында бәйән итә. “Миңә Башҡортостандан посылка ебәрҙеләр. Унда Башҡортостан тураһында 45 китап, Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары һәм бер нисә ҡап ҡарабойҙай ярмаһы бар ине. Ҡара бойҙайҙы бында табыуы ҡыйын. Посылканың килеп етеүе тураһында хәбәр иткәстәр, шунда уҡ почтаға юлландым. Документтарҙы күрһәткәндә илселектән икәнемде күргәс, иғтибарҙары бермә-бер артты. Тик ...паспортым бар, ә бына ID картам булмай сыҡты. Ярай әле телефонда скан-варианты һаҡланған. Артабан паспорттың күсермәһе кәрәк икәнен аңлаттылар. Ә үҙҙәрендә күсермә эшләп булмай! Ауырлыҡ менән юлын табып, күсермә эшләттем. Инде посылка ҡулда тип ҡыуанһам, иғәнә түләргә ҡушалар: 650 юань! Беҙҙең һумдарға әйләндергәндә 8500 һум килеп сыға! Ярай инде, кире килеп йөрөгө килмәй тип аҡса сығарып биргәйнем, ҡулаҡса алмайбыҙ, банкка барып, иҫәпкә күсерегеҙ, тиҙәр! Ә банкка барһаң, ID карта үҙе кәрәк. Кире боролорға тура килде. Ә һеҙ һаман “Рәсәй почта”һына зарланаһығыҙмы?” - тип һорай Флүр Әсәҙуллин. Фотолар Флүр Әсәҙуллиндың шәхси архивынан алынды. https://vk.com/asadullin_flyur