Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Был эшҡыуарға ни бары 15 йәш!

Иглин районынан 15 йәшлек эшҡыуар Тимур Исмәғилев быҡтырылған һәм маринадланған балыҡ, ит деликатестарын етештереү менән шөғөлләнә. Күптән түгел ул үҙ эшен тағы ла киңәйтеү маҡсатында дәүләт ярҙамынан файҙаланған һәм ярты миллион һум күләмендә аҡса алыуға өлгәшкән. Был хаҡта Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. Әйткәндәй, Тимур 14 йәшендә шәхси эшҡыуар булып теркәлгән. Үҫмер ыҫлау мейесен дә үҙе эшләп тапҡан тәү аҡсаһына һатып алған, уның продукцияһын таныш-белештәре генә түгел, Иглин, Сибай магазиндарында ла һатып алғандар. Тимур бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү сараларынан файҙаланған. Ул 25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙарға бирелгән субсидиялар конкурсында еңеп сыҡҡан. Ә уның күләме – 500 мең һум. Был суммаға Тимур ыҫлау ҡорамалдарын һатып алған. Һөҙөмтәлә әҙер продукция күләмен, тиҙлеген һәм сифатын арттырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Ә быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән

Иглин районынан 15 йәшлек эшҡыуар Тимур Исмәғилев быҡтырылған һәм маринадланған балыҡ, ит деликатестарын етештереү менән шөғөлләнә. Күптән түгел ул үҙ эшен тағы ла киңәйтеү маҡсатында дәүләт ярҙамынан файҙаланған һәм ярты миллион һум күләмендә аҡса алыуға өлгәшкән. Был хаҡта Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. Әйткәндәй, Тимур 14 йәшендә шәхси эшҡыуар булып теркәлгән. Үҫмер ыҫлау мейесен дә үҙе эшләп тапҡан тәү аҡсаһына һатып алған, уның продукцияһын таныш-белештәре генә түгел, Иглин, Сибай магазиндарында ла һатып алғандар. Тимур бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү сараларынан файҙаланған. Ул 25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙарға бирелгән субсидиялар конкурсында еңеп сыҡҡан. Ә уның күләме – 500 мең һум. Был суммаға Тимур ыҫлау ҡорамалдарын һатып алған. Һөҙөмтәлә әҙер продукция күләмен, тиҙлеген һәм сифатын арттырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Ә быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка предпринимательской инициативы”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото, сығанаҡ: vk.com/guzelnasyrova13